Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2022, 14:50

САҢҒЫСЫЛАР БИЛАЛҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Был ярыш башҡаларынан шуныһы менән айырылды: сара тик башҡортса барҙы!

САҢҒЫСЫЛАР БИЛАЛҒА ЙЫЙЫЛДЫ
САҢҒЫСЫЛАР БИЛАЛҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Бөгөн Баймаҡ районы Билал ауылында “Сәләмәт тормош өсөн” тип исемләнгән саңғы ярышы уҙҙы. Унда ауыл биләмәһендә йәшәүселәр түгел, тирә-яҡтан спорт һөйөүселәр йыйылды. Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, ауылдарҙан, Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан 60-тан ашыу ҡатнашыусы үҙ көсөн һынап ҡараны.

--Ярыш бик шәп ойошторолған. Ошо ауылда тыуып үҫкән егеттәр бағыусы булды. Ярыш 9 категорияла барҙы. Иң бәләкәстәренә 8 йәш тә тулмаһа, ололар араһында 56 йәштән үткәндәр булды. 1,5 километрҙан алып 7, 5 километрға тиклем араны уҙышып үттеләр. Әбйәлилдәр бик күп ине, Күсем, Рауил, Ҡаҙмаш ауылы халҡы бик дәртле икән. Беҙ иһә Сибайҙан 5 ҡатнашыусы барҙыҡ. 18-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Уйылданова үҙ категрияһында беренсе урын алды. 18-35 йәшлек ир-егеттәр араһында Сибайҙан Илсур Шәһивәлиев 4-се урын алды. 36-45 йәшлектәр араһында икенсе урынды Азат Ҡырымғужин, өсөнсө урынды Илнур Ғәзизов яҡланы. 56 йәштән ололар араһында Өмөтбай Минишев икенсе урын алды. Ярыш бик оҡшаны. Һәр саңғысыны матур итеп ҡаршы алып, йылы сәй, тәмле былау менән һыйланылар. Шуныһы ҡыуандырҙы: башҡа ярыштарҙан айырмалы рәүештә сара тик башҡорт телендә барҙы, Почет грамотлары ла тик башҡортса яҙылған. Ойоштороусыларға, йәғни билалдарға оло рәхмәтлебеҙ,--ти Сибай ҡалаһынан Линара Ҡырымғужина.

Автор:Резеда Валиева