Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2022, 09:05

Эдуард Латипов -- чемпион!

 Рәсәй һәм Белоруссия биатлонсылары ярыштары тамамланды. Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында биатлон ярыштары тамамланды. Ир-егеттәр араһында масс-стартта республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов Рәсәй чемпионы тип танылһа, Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогына ярышта Белоруссиянан Никита Лобастов алтын миҙалды яуланы.

Эдуард Латипов -- чемпион!
Эдуард Латипов -- чемпион!

Ярыштар һөҙөмтәләре. Рәсәй чемпионаты. Ҙур масс-старт Ирҙәр:

  1. Эдуард Латипов (Башҡортостан) – 41:15.1 (2);
    Даниил Серохвостов (Новосибирск өлкәһе/Алтай крайы) +0.4 (2);
    3. Кәрим Хәлили (Мәскәү) +26.7 (1).

    Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогына ярыштар. Ҙур масс-старт. Ирҙәр:   1.Никита Лобастов (Белоруссия) – 41:03.0 (0);
    2. Эдуард Латипов (Башҡортостан) +12.1 (2);
    3. Даниил Серохвостов (Новосибирск өлкәһе/Алтай крайы) +12.5 (2).

Фото: Рәсәй Биатлонсылар союзы.

Автор:Гульдар Кадаева