АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2022, 10:15

Алтын миҙал яуланылар

Биатлон буйынса турнирҙың һуңғы ярыш көнө беҙҙең спортсылар өсөн бик уңышлы булды. Илдең 18 регионынан һәм Беларусия спортсылары араһында асыҡ Рәсәй Чемпионаты (СБР) үтте.

Алтын миҙал яуланылар
Алтын миҙал яуланылар

Һуңғы ярыш дөйөм старттан башланды. Атыу рубеждарын уңышлы үтәп, трассала иң шәп йүгереүсе беҙҙең егет, Эдуард Латипов булды, алтын миҙал яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла беҙҙекеләр призлы урындарҙа: Виктория Сливко, Лариса Куклина, Ирина Казакеевич.

Ярыштар бының менән тамамланмай әле.

Иң көслө спортсмендарҙы 30 марттан 3 апрелгә тиклем Төмәндә үтәсәк финал ярыштары көтә. Ярыштарҙың һөҙөмтәһенән киләһе сезонға милли команда төҙөләсәк.

Автор:Гульдар Кадаева