Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Март , 18:35

Билалдар саңғыла уҙышты

Баймаҡ районының Билал Мәҙәниәт йорто янында саңғы ярышы үтте.

Билалдар саңғыла уҙышты
Билалдар саңғыла уҙышты

Ярышты ойоштороусы Артур Ғайсин менән әңгәмәләшәм. Бына ул нимәләр һөйләй: "Был спорт төрө менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындым. Саңғыла йөрөү, йүгереү буйынса һәр ваҡыт алдынғы булырға тырыша инем, сөнки яратҡан спорт төрө ул икеһе лә минең өсөн. Яңы йыл каникулында ауылда саңғы ярышы ойошторҙоҡ, шул ваҡытта ауылдаштарыма март айында тағы бер тапҡыр саңғы ярышы үткәреләсәк, тип ышандырғайныҡ. Бөгөн ошо вәғәҙәне үтәнек. Минең тәҡдиме хуплап, ярҙам итеүсе мәктәп директоры Айнур Әминевҡа, Һәмән ауылынан Фәнүз Үзәнбаевҡа, ярышта ҡатнашыусыларҙы самауыр сәйе, тәмле былау менән һыйлаусы Сәғилә Ғайсинаға, Райхана Булатоваға ҙур рәхмәт! Ярыш бик ойошҡанлы үтте. Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан тыш, Темәс, Үрге һәм Түбәге Иҙрис, Ҡолсора, Әбйәлил районы ауылдарынан ҡатнашыусылар күп булды. Бөтәһе 40 тан ашыу саңғысы ярышта үҙ көсөн һынаны. Саңғы ярышында ҡатнашҡан барығыҙға ла именлек-һаулыҡ теләйем. Саңғыла йөрөү иң яҡшы спорт төрөнөң береһе. Үҙеңде һәр яҡтан сыныҡтырыу, һаулығыңды нығытыу өсөн көсөгөҙҙө лә, ваҡытығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ! Һеҙҙең барығыҙ ҙа еңеүселәр!

Юғары урын алыусыларҙы исемләп әйтеп, айырым рәхмәтемде белдерәм! Бына улар:
1-5 класс уҡыусылары араһынан I урын Самарбаев Рәмил (Ҡолсора), II урын Ғайсин Арслан (Билал),
Ғүмәров Ильяс (Темәс)

6-9 класс уҡыусылары араһында I урын Әбдрәхмәнов Фирҙәт (Иҙрис), II урын Сәфиуллин Нурислам (Иҙрис), III урын Сөләймәнов Салауат (Иҙрис)

10-11 класс уҡыусылары һәм студенттар араһынан I урын Мөхәмәтдинов Вилдан (Әбйәлил), II урын Кәримов Илһам (Әбйәлил), III урын Мөхитов Айбулат (Үрге Иҙрис)

40 йәшкә тиклем I урын Күсәрбаев Илдар (Билал), II урын Сирусин Илгиз (Билал), III урын Ғайсин Арсен (Билал)

50 - 65 йәштәр араһында I урын Намазкаев Самат (Темәс), II урын Суфиянов Риф (Күгиҙел)

Эстафета ярышында I урын Түбәнге Иҙрис, II урын Әбйәлил егеттәре, III урын Үрге Иҙрис ир-егеттәре.

Спорт ярыштары үткәреүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ әле, Алла бойорһа! Алдағы ярыштарҙы тағы ла ҙурыраҡ масштабта үткәрергә ниәтләп торабыҙ. Ил-йорт тыныс булһын, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, ярыштар булыр".

Ярышты үткәреүселәргә лә, ҡатнашыусыларға да афарин! Уйлаған уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын!

Райхана Булатова, китапханасы.

Автор:Гульдар Кадаева