Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль , 19:25

Яманһаҙҙар бәйге тотто

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында ат-спорт ярышы үтте. Унда 15 кеше бәйге тотто. Ат спортын яратыусылар 4 дистаницияла сабышты. Ҡыш, ҡар тип ҡарап тормай бәйгегә сыҡҡан ир-егеттәргә, уларҙан ҡалышмаған гүзәл заттарға афариндан башҡа һүҙ юҡ.

Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто

Иң алыҫ арауыҡ – 5 саҡрымға сабыуҙа Әлибай ҡушаматлы атта Ғәлләм Юлгилдин финишҡа беренсе булып инде. Икенсе урынды Свисток ҡушаматлы атты менгән Шәфҡәт Исмәғилев яуланы, өсөнсөлә Мәргән ҡушаматлы атлы ауыҙлыҡлаған йәш егет Айсыуаҡ Акилов билдәләнде.

3 саҡрым арауыҡҡа бәйгелә Тюльпан ҡушаматлы ат менән Андрей Серебряков еңде. Унан Монгол ҡушаматлы атта Данил Сараев ҡалышманы. Өсөнсө булып финишҡа Ҡарлуғас ҡушаматлы атта Салауат Боҫҡонов килде. Ташҡын ҡушаматлы атта Нур Йомабаев дүртенсе урынға сыҡты.

Санаға егелгән аттарҙа 5 саҡрым арауыҡтағы бәйгелә Ҡашҡа ҡушамлы атты еккән Рәфит Мөхәмәтрәхимов беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Йондоҙ ҡушамтлы ат санаһындағы Рәсүл Батисов өлгәште. Өсөнсө урынға Мәргән ҡушаматлы ат менән бәйгегә сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Венера Йәрмөхәмәтова лайыҡ булды. Фешка ҡушаматлы атта Руслан Исҡужин дүртенсе булды.

Атты тиҙлеккә егеп бәләкәй кругҡа сабыуҙа ике кеше ҡатнашты. Был бәйгелә Радик Әлибаев алдынғылыҡты баштан бирмәне.

 

Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Яманһаҙҙар бәйге тотто
Автор:Гульдар Кадаева