Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль , 21:55

САҢҒЫЛАРҘА ЕЛДӘЙ ЕЛДЕК

Бөгөн Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында “Рәсәй саңғы юлы-2022” сараһы сиктәрендә ярыш үтте. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан 100 –ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Саңғыла уҙышсылар район башлығы призына ярышты. Бәйге Яңы Ергән ауылы мәктәбендә 40 йылдан ашыу эшләгән физкультура уҡытыусыһы Х.Н.Ильясов иҫтәлегенә ойошторолдо.

- Ярыш бик ойошҡанлы барҙы. Балалар ҙа, ололар ҙа сәмләнеп уҙышты. Ғаилә менән ойошторолған 13 ғаилә ярышты, беҙ ҙә - ирем Азат һәм улым Арсен менән шунда ҡатнашып, Яңы Ергән намыҫын яҡлап сыҡтыҡ һәм беренсе урын алдыҡ. Саңғы юлы бик матур һалынған, юлда күрһәткестәр күрһәтелгән, һәр мөйөштә ирекмәндәр тороп, юлды күрһәтеп торҙо. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем дәртләнеп ҡатнашты. Туҡланыу ойошторолған ине, йылы аш, йылы сәй, тәмлекәстәр әҙерләгәндәр. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Ильясовтар ғаиләһенә, Яңы Ергән ауыл хакимиәтенә, Хәйбулла районы хакимиәтенә оло рәхмәтлебеҙ. Бик күңелле, матур ярыш булды был,--ти Линара Ҡырымғужина.

Автор:Резеда Валиева