Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль , 14:45

Алтын -- алтын инде, күпме ҡарайтһалар ҙа

Рәсәй фигурискаһы Камила Вәлиева судтың Олимпиаданың шәхсән беренселегендә ҡатнаша алыуы тураһындағы ҡарарын ишеткәс тә боҙға ашҡынды.

Алтын -- алтын инде, күпме ҡарайтһалар ҙа
Алтын -- алтын инде, күпме ҡарайтһалар ҙа

15 йәшлек Камила Вәлиеваға әллә күпме кәртә-һынауҙар аша үтергә тура килде, тотош донъя көйәрмәндәре, спорт һөйөүселәре уның яҙмышы өсөн борсолдо.

Белеүебеҙсә, Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул - ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы  бүләкләү тантанаһының тотҡарланыуы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр иткәйне Inside the Games порталы. Ошоноң менән бәйле төрлө аяныслы, көйәрмәндәрҙең йәнен үртәгән, үҙенә ҡыйын булған хәлдәрҙән һуң  Камила, ниһайәт, Пекиндағы фигуралы шыуыу буйынса шәхси ярыштарға үткәрелде. Ҡыҙ WADAның “яҡланған персона” статусына эләгә. Ул 16 йәше тулмаған спортсыларға ҡағыла.

CAS ваҡтытлыса ситләтеп тороуҙы алып ташлау тураһындағы ҡарарҙы дөрөҫ тип тапҡан.

 

Автор:Гульдар Кадаева