АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2022, 18:55

Ҡышҡы бәйге

19 февралдә Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды «Тай-Тулаҡ» тип аталған конкурс уҙғара. Сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 210 йыл тулыуға арнала.

Ҡышҡы бәйге
Ҡышҡы бәйге

- Француздар «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөткән башҡорт атлылары Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүгә ҙур өлөш индергән. Беҙҙең конкурстың маҡсаты - башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын данлау ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам күрһәтеү, - тип һөйләне конкурсты ойоштороусы Алмас Шөгөров.

Санитар талаптарға ярашлы, конкурста тик ун команда ҡатнаша ала. Ойоштороусылар Урал аръяғының бөтә райондарына ҡатнашырға саҡырыу ебәргән. Ғәҙәттә, һәр командала өсөшәр кеше булырға тейеш. Уларға һыбай йөрөргә өйрәтелмәгән атты ҡороҡлап, уны эйәрләргә һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ һыбай йөрөргә кәрәк буласаҡ.

 

Автор:Гульдар Кадаева