

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсына әүҙем ҡушылып, төрлө саралар ойоштороуын дауам итә.
Бына бөгөн, 23 ғинуар, сираттағы хоккей ярышы уҙҙы. Был юлы ғәҙәттәгесә түгел, ә быйма кейеп хоккейға сыҡтыҡ. Ярыш сәмле, ҡыҙыу үтте, йәнә ул "Ауыл хакимиәте башлығы кубогына" һәм оло йәштәге ир-егеттәр ҡатнашлығында уҙҙы. 4 команда араһында көйәрмәндәр ҙә өҙгөләнеп уйнаусыларҙы күҙәтте. Бер командала ирҙәре уйнаһа, икенсеһендә йә улдары, йә ағай-ҡусты, кейәүҙәре йүгереште. Ҡыҙыу, хис - тойғоларға бай булған быйма ярышы матур тамамланып еңеүселәр ҙә билдәләнде. "Иң яҡшы һөжөм итеүсе" - 65 йәшлек Ислам Сурин, "Иң шәп һаҡсы" Теләүғолов Айтуған, "Иң шәп ҡапҡасы" - Сурин Ғаян булды. Командалар араһында Вәзәмдең "Арыҫландар" командаһы IV урында, "Әбеш ауылы" III урынды, Вәзәм ауылынан "Ыласындар" командаһы II урын, Вәзәмдең "Үҫәргән" командаһы I урынға сыкты! Ауыл хакимиәте башлығы кубогы Вәзәмдәрҙә," Үҫәргән" командаһында. Афарин, егеттәр матур уйындарығыҙға! Ҙур рәхмәт, матур бүләктәр һәм кубок өсөн, Әбеш ауыл биләмәһе етәксеһе Юнысов Таһир Мөғлитдин улына, ауылыбыҙҙың Ағинәйҙәр клубына һәм Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаларына тәмле аш, сәйҙәренә, ярышты килеп ҡараған ауылдаштар-көйәрмәндәргә,--тип яҙалар социаль селтәрҙә.