

Сибай ҡалаһында ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр бик күп. Каникул осоронда “Атай, әсәй һәм мин – ГТОлы ғаилә” ярышында ошондай күркәм парҙар ҡатнашты. Фестивалдә Ипатовтар, Ғәйетбаевтар, Сафиндар, Чемпаловтар уңышлы сығыш яһаны. Сәмле ярышсыларҙы Сибай Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ришат Шәрәфетдинов тәбрикләне.
Сара балалар өсөн күңелле зарадканан башланһа, артабан уны өлкәндәр эләктереп алды. Шулай уҡ командалар гер күтәреп, пневматик винтовканан атып, пресс, отжимание яһап, оҙонлоҡҡа ырғып, йүгереп ярышты. Өҫтәмә мәрәйҙе спортсылар баскетбол тубын ҡулсаға ырғытып йыя алды. Һәр ярышыусы үҙ йәшенә тәғәйен нормативтарҙы үтәне.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Сафиндар ғаиләһе беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды Ғәйетбаевтар яуланы, Ипатовтар һәм Чемпаловтар өсөнсө урынды бүлеште.