

Төрәк-ара фестивалгә республикабыҙҙан тыш Силәбе өлкәһенән дә уҡсылар ҡатнашты. 50-нән ашыу мәргән араһынан иң оҫта уҡ сойорғотоусы исемен яулау күптәрҙә сәм уятты. Милли ярыш төрөн ир-егеттәр генә түгел ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ итеүе лә маҡтауға лайыҡ. Көслө затҡа ҡарағанда гүзәл заттарҙың ярышҡа әһәмиәт биреүе ҡыҙыҡ. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл менән булышырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға аш-һыу әҙерләүҙән тыш уҡтан атыу оҡшай икән, уларҙы бер кем дә тыймай.
Фестиваль баштан Халыҡ-ара статусын йөрөтһә лә пандемия арҡаһында төбәк-ара тип нарыҡланды. Сөнки сит илдәрҙән заявка биреүселәр йоғошло сир ныҡлы таралыу арҡаһында фестивалгә килә алманы.
Шулай ҙа сараның атамаһы ярыш барышына бер нисек тә йоғонто яһаманы, киреһенсә һәр кем оҫталығын күрһәтергә тырышты.