Спорт
21 Декабря 2021, 07:45

Сибай волейболсылары еңде

Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2007-2008 йылғы йылғы уҡыусылар араһында волейбол буйынса төбәк ярыштары үтте.

Сибай волейболсылары еңдеСибай волейболсылары еңде
Сибай волейболсылары еңде

Ярышта Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарынан көслө командалар һынау тотто. Сибайҙарҙан тыш бында Белорет, Учалы, Баймаҡ спортсылары бөтә көсөн еңеүгә йүнәлтте.  Уҡыусыларҙың спартакиадаһы регламентҡа  ярашлы ойошторола, һәр төбәк намыҫын ҡыҙҙар һәм малайҙар командаһы яҡлай.

--Белорет ҡалаһынан килдек. Беҙҙә спорттың был төрөн бик яраталар, кесеһенән алып өлкәндәргә тиклем волейбол уйнай. Мәктәптәрҙә волейболға айырым иғтибар бирелә, хатта ул дөйөм уҡытыу программаһына ингән. Ә бына спорт мәктәбендә волейбол бүлеге юҡ, шуныһы әлбиттә күңелде ҡыра, -- тине тренер Сергей Перменов

Спартакиаданы асыу тантанаһында “Лазурит” бейеү ансамбле сығыш яһаны. Етәкселәр спортсыларға әүҙем уйын теләне. Сибай һәм Учалы командалары көс һынашҡанда зал гөрләп торҙо. Һөҙөмтәлә сибайҙар учалыларҙан көслө булыуын раҫланы. Белорет, Баймаҡ волейболсылары ла бик дәррәү уйнаны. Хатта туп артынан күҙҙәр эйәрмәне.

--Беҙ бында еңер өсөн килдек. Ярышҡа ныҡлы әҙерләндек, тренировкаларҙы ҡалдырмай йөрөнөк. Кәйеф шәп, көс бар, команда ла уйнарға әҙер, -- тине волейболсы Нурсолтан Мырҙағәлин.

Ярыш һөҙөмтәләре ҡыуаныслы: Сибай командаһы дәғүәселәрен еңеп алға сыҡты. Улар республиканың финал ярышында төбәк намыҫын яҡлаясаҡ. Икенсе урында Баймаҡ, өсөнсөлә Белорет командаһы билдәләнде.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас