АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2021, 07:00

Спартакиада дауам итә

Сибай ҡалаһының производство коллективтары араһында спартакиада йыл һайын көсөргәнешле үтә. Иң спортсы коллектив исемен яулау өсөн хеҙмәткәрҙәр бөтә тырышлығын һала, ярыштарға алдан ныҡлы әҙерләнә.

Спартакиада дауам итә
Спартакиада дауам итә

Спартакиаданы асыу тантанаһында ойоштороусылар ярыш ҡағиҙәләрен аңлатты, инструктаж үткәрҙе. Ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң  гер күтәреү буйынса сәмле көрәш башланды. Ир-егеттәр 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе билдәләнгән ваҡытҡа күтәреп ярышты.

 

Спартакиаданың был төрөндә иң спортсы команда билдәләнеп кенә ҡалманы, иң көслө ҡатнашыусы ла асыҡланды. Ярышта бөтәһе 7 команда көс һынашты. Өсөнсө урынға хәрби тау-ҡотҡарыу часы спортсылары сыҡһа, икенсе урында 45-се янғын һағы часе хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Гер спортында абсолют беренселекте төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды командаһы яуланы. Еңеүсе команда вәкиле Даян Ғүмәров иң көслө гер күтәреүсе булып танылды.

Алда производство коллективтары спортсыларын спартакиаданың ике төрө -- бильярд һәм теннис ярыштары көтә. Яҡын аралағы матч шәмбе 27 ноябргә тәғәйенләнгән.

Спартакиада дауам итә
Спартакиада дауам итә
Автор:Гульдар Кадаева