АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь 2021, 17:00

Сибай йүгеректәре һынатманы

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылына” һәм Республика көнөнә бағышланған еңел атлетика буйынса ярыш үтте. Унда бөтәһе 9 йәш төркөмөндә 70-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Спортсылар Аҡъяр һыуһаҡлағысынан ауылдың "Уңыш" стадионына тиклем, 7 саҡрым алыҫлыҡты йүгереп үтте. Ярыштың иң бәләкәй ҡатнашыусыһына 8 йәш булһа, иң олоһона--56 йәш булды.

Сибай йүгеректәре һынатманы
Сибай йүгеректәре һынатманы

 

Сибай ҡалаһы спортсылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Иң ололар категорияһында “Битум” йәмғиәте эшсеһе Дамир Хәсәнов беренсе урынды яуланы. БДУ-ның 4 курс студенткаһы Гөлдәриә Сәлихова ла беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Сибай ҡыҙы Регина ла финишҡа икенсе булып инде. Афарин, сибайҙар!

Автор:Гульдар Кадаева