Һуңғы йылдарҙа күп кенә йолаларыбыҙ, күркәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тергеҙелә. Был бик ҡыуаныслы. Мәҫәлән, мәргәндәр ярышын ойоштороу популярлыҡ яулай бара. Күптән түгел Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған милли яндан уҡ атыу ярышы үтте. Райондың төрлө төбәктәренән урында тороп атыуҙа 30-ҙан ашыу уҡсы ҡатнашһа, һыбай уҡ атыуҙа 10 уҡсы көс һынашты.
Әйтергә кәрәк, ярыш бик күңелле һәм сәмле барҙы. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик теләп ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 12 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Бүләкбаев Ислам (Баймаҡ ҡалаһы), Һунарғолов Илһам (1-се Этҡол), Һунарғолов Искәндәр (1-се Этҡол) тәүге өс урынды бүлеште. Ә 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Мәжитова Ынйыгөлгә (Ниғәмәт), Заманова Диниәгә (Ғүмәр), Рахманғолова Ғәлиәгә (Баймаҡ ҡалаһы) етеүсе булманы.
13-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында Ғүмәров Ирхан (2-се Этҡол), Вәлитов Азамат( Байым), Мәжитов Ғәзинур (Ниғәмәт) иң мәргәндәре булып табылһа, 18 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рахманғолова Сәлимә (Баймаҡ ҡалаһы), Сирбаева Лилиә (Үрге Яйыҡбай), Күсәрбаева Алһыу (Ҡаратал) һоҡландырҙы. 18 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында Өмөтбаев Тимур (Әхмәр), Ғатауллин Илшат (Ниғәмәт), Сәйфуллин Динислам (Сибай) иң мәргәне, иң сосо булып сыҡты.
Һыбай уҡ атыуҙа 1-се урынды Ғәҙелбайҙан Рәсих Йортбәков яуланы. 2-се урынды Баймаҡ ҡалаһынан Ибраһимов Илдус алды. Ә 3-сө урынды бер үк һөҙөмтә күрһәтеп Ғәҙелбайҙан Иҫәнғолов Рәхимйән менән Байымдан Вәлитов Әхиәр бүлеште.
Иң йәш ҡатнашыусы 7 йәшлек Һунарғолов Искәндәр булһа, иң олоһо 50 йәшлек Айбулат Байғотлин ине. "Еңеүгә ынтылыш" номинацияһына Үрге Яйыҡбайҙан Ҡолһарина Гөлгөнә лайыҡ булды. Ярышҡа килеүселәр бәйгене ойоштороуға ҙур көс һалыусы 1-се Этҡол ауылы биләмәһе башлығы Юлдаш Юламан улы Раевҡа, Рәсих Рәсүл улына, йомарт бағымсыларға, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсыларға, ярыш урынын әҙерләүсе ир-егеттәргә, Баймаҡ ҡалаһы халыҡ ижады йорто артистарына, ғәҙел судьяларға һәм көйәрмәндәргә рәхмәт белдерә.