Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Апрель 2021, 13:35

ХАКИМИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯРЫШТЫ

Волейбол буйынса беренселекте Сибай командаһы яулаһа, икенсе урын - бөрйәндәргә, өсөнсө урын учалыларға эләккән. Йәйәнән уҡ атыуҙа бөрйәндәргә тиңләшеүселәр табылмаған, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баймаҡ һәм Учалы районы командалары бүлешкән.

Матур традицияға әйләнгән Урал аръяғы хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы быйыл Бөрйән районында үтте. Унда бөтәһе туғыҙ команда ҡатнашты.
Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Күгәрсен, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте командалары "Урал" физкультура-һауыҡтырыу комплексында алты спорт төрө буйынса үҙ-ара ярышты. Программаға волейбол, дартс, йәйәнән уҡ атыу, арҡан тартышыу, "Күңелле старттар", йөҙөү буйынса ярыш төрҙәре ингән.
Волейбол буйынса беренселекте Сибай командаһы яулаһа, икенсе урын - бөрйәндәргә, өсөнсө урын учалыларға эләккән. Йәйәнән уҡ атыуҙа бөрйәндәргә тиңләшеүселәр табылмаған, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баймаҡ һәм Учалы районы командалары бүлешкән. Йөҙөүҙә лә майҙан хужалары алдынғылыҡты бирмәгән, икенсе урынды - Учалы, өсөнсөнө Күгәрсен район командаһы яулаған. Арҡан тартыуҙа бөрйәндәр беренсе урынды алһа, әбйәлилдәр менән ейәнсуралар ҙа ҡалышмаған.
Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында үткән сара юғары кимәлдә ойошторолған. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр дәүләт эшенән бер көнгә булһа ла айырылып, сәләмәтлектәрен ҡайғыртып та өлгөрҙө, үҙ-ара осрашып, аралашты ла. Киләһе йыл Урал аръяғы хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы Сибай ҡалаһында үтәсәк.
Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова