Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2021, 16:47

Хоккейсылар шәп уйын күрһәтте

26 -28 мартта Силәбе өлкәһе Первомайск ҡасабаһында "Минең уйыным" Кубогына 2011 йылғы балалар араһында хоккей турниры уҙҙы.

26 -28 мартта Силәбе өлкәһе Первомайск ҡасабаһында "Минең уйыным" Кубогына 2011 йылғы балалар араһында хоккей турниры уҙҙы. Турнирҙа Сибайҙан “Горняк” командаһы Силәбе ҡалаһынан “Трактор”, С.Макаров исемендәге олимпия резервындағы спорт мәктәбе хоккеистары, Златоустан “Таганай”, Коркино ҡалаһындағы хоккей мәктәбе командаһы һәм Магнитогорск ҡалаһының “Металлург” командалары менән көс һынашты. Салауат Хәҙит улы Валеева етәкселегендәге Сибай хоккей командаһы ныҡлы әҙерлеген күрһәтеп биш еңеү яуланы. “Горняк” командаһының иң яҡшы уйынсылары булып Роман Казанин, Тимофей Козлов, Ахмад Сәлимйәнов, Ислам Гулиев, Матвей Рязанов танылды. Турнир һөҙөмтәһе буйынса Роман Казанин иң шәп бомбардир исемен алды!