АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2021, 15:50

Көйәрмәндәр көйҙөрҙө...

"Аҡ барс" хоккей командаһы көйәрмәндәре "Өфө-Арена"ла Башҡортостан гимнын йырларға ирек бирмәне... Бының өсөн уларға нимә янай?

“Аҡ барс”ҡа 100 мең һумғаса штраф һалыуҙары ихтимал.
“Салауат Юлаев” һәм “Аҡ барс” хоккей командаларының сираттағы матчы алдынан “Өфө-Арена”ла Ҡазан көйәрмәндәре Башҡортостан гимнын йырларға ирек бирмәй.
Йәғни Ҡазан клубы көйәрмәндәре регламентты боҙа. Тимәк, уларға штраф янай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла КХЛ етәкселегенә мөрәжәғәт итте.
--КХЛ “Өфө-Арена”ла булған хәлде тикшерергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ, --тип белдерә ҡоролтай.
Көйәрмәндәрҙең үҙҙәрен әҙәпһеҙ тотоуын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе К.Толкачев та тәнҡитләне.
--Беҙ—туғандаш республика, электән бер-беребеҙгә ихтирам менән ҡараныҡ. Был хоккейҙа ла күҙәтелде. Бындай “перфоманс”ты тәүгә күрәм. Татарстанда әлегеинцидентты күҙ уңынан ысҡындырмаҫтар, көйәрмәндәр менән тәрбиәүи эш алып барырҙар, тип ышанам. Спорт ул спорт, таҙа булырға тейеш. Әлбиттә, хис-тойғоларға бирелергә мөмкин, тик уның менән аҡыллы идара итергә кәрәк, - тип белдерә спикер.
Константин Толкачев хоккей фанаттарына үҙҙәрен лайыҡлы тоторға, провокацияға бирелмәҫкә өндәне.