Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2021, 18:00

Ҡанифа юлы буйлап

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Хәйбулла районының 60-тан ашыу саңғысыһы “Ҡанифа юлы буйлап” сараһына сыҡты. 25 саҡрымдан ашыу арауыҡҡа уҙыш Аҡъярҙан башланып Федоровка, Байғусҡар ауылдары аша үтеп Әбүбәкирҙә тамамланды. Саңғысыларҙы һәр ауыл халҡы йылы сәй һәм ризыҡ менән ҡаршы алып, матур итеп артабанғы саңғы юлына оҙатты. Төбәктә бер туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа, урыны менән йырып сыҡҡыһыҙ ҡалын көрттәр ҙә уҙышыусыларға кәртә була алманы. Улар ауырлыҡтарҙы еңеп, маҡсаттарына иреште.Дауамы сайтта.

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Хәйбулла районының 60-тан ашыу саңғысыһы “Ҡанифа юлы буйлап” сараһына сыҡты. 25 саҡрымдан ашыу арауыҡҡа уҙыш Аҡъярҙан башланып Федоровка, Байғусҡар ауылдары аша үтеп Әбүбәкирҙә тамамланды. Саңғысыларҙы һәр ауыл халҡы йылы сәй һәм ризыҡ менән ҡаршы алып, матур итеп артабанғы саңғы юлына оҙатты. Төбәктә бер туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа, урыны менән йырып сыҡҡыһыҙ ҡалын көрттәр ҙә уҙышыусыларға кәртә була алманы. Улар ауырлыҡтарҙы еңеп, маҡсаттарына иреште.
--Мин уларҙың ныҡлығына һоҡланам. Атаҡлы Ҡанифа юлының бер өлөшөн саңғыла уҙыусылар рух, характер һәм физик мөмкинлектәрҙе нығытыуҙы үҙ өлгөләрендә күрһәтте,--тип яҙҙы уҙыш хаҡында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.