АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2021, 18:03

Еңеү менән ҡайттылар

Сибай ҡала кекусинкай карате ойошмаһы Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында каратэ беренселеге асыҡ бәйгеһендә ҡатнашты. Бәйгелә Силәбе, Магнитогорск, Миәс, Коркино ҡалаларынан бәйгеселәр көс һынашты.

Сибай ҡала кекусинкай карате ойошмаһы Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында каратэ беренселеге асыҡ бәйгеһендә ҡатнашты. Бәйгелә Силәбе, Магнитогорск, Миәс, Коркино ҡалаларынан бәйгеселәр көс һынашты. Сибайҙар үҙ категорияларында берәүгә лә ал бирмәне һәм тик призлы урындар ғына яуланы. Шулай итеп, 1 –се урынды Сибай ҡалаһы 8-се мәктәп уҡыусыһы Алексей Карелин яуланы. 2-се урынға төҙөлөш һәм сервис колледжы студенты Илдар Лукьянов һәм 12-се урта мәктәп уҡыусыһы Элина Вәлиева, 3-сө урынға 12-се мәктәптән Максим Тюпышев сыҡты.
Шулай уҡ Илһам Бикберҙин, Линар Солтанов, Денис Евстигнеевтар бик яҡшы сығыш яһаны. Беренсе тапҡыр ҙур бәйгегә аяҡ баҫыусы Руслан Биков һәм Батырхан Спирин юғары рух һәм яҡшы тактика менән алышты.