Ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, көйәрмәндәр ҙә күп булды. Улар күңелле көй аҫтында бәйгеселәрҙе дәртләндереп торҙо. "Темәс" тарихи-мәҙәни үҙәге тирмә ҡуйып, сараны биҙәне. Үҙәктең баш белгесе Айҙар Мәжитов сарала ҡатнашыусыларға 112-се кавалерия дивизияһының Ҡорос аты хаҡында һөйләне. Ул яуҙа иҫән ҡалып, тыуған яғына - Миәкә районы Илсеғол ауылына ҡайта.