Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2021, 11:40

Йәнтештәр батырҙарын иҫләй

"Батырҙарыбыҙҙы иҫләйбеҙ" республика акцияһына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Бында Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолдо. Уйын батырҙы иҫкә алыу менән башланды.Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев 1979 йылда Йәнтеш ауылында тыуған. Аҡъяр һөнәрселек училищеһында белем алған. Чечняла хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған. Үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены менән наградланған. 20 генә йәшендә гүр эйәһе булған егет Йәнтеш ауылы зыяратында ерләнгән.Бынан бер нисә йыл элек Иректең шәп спортсы, оҫта волейболсы булыуы иҫәпкә алып ауылдаштары уның иҫтәлегәнә волейбол буйынса турнир уҙғарыуҙы хуплап сыҡты. Артабан уны район хакимиәтенең спорт комитеты күтәреп алды һәм ул ярыш йыл һайын уҙғарыла. Быйылғы сара Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек, “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә ойошторолдо.Хәйбулла, Йылайыр райондары ауылдары араһында ярыш ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Бер кемдә бирешергә теләмәне һәм сәмләнеп уйнаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Аҡнаҙар ауылы волейболсылары яуланы, 2-се баҫҡысҡа Йылайыр районының Матрай ауылының 1-се командаһы күтәрелһә, 3-сө урынға Матрай ауылының 2-се командаһы лайыҡ булды.#нацпроекты#миллипроекттар#демография

"Батырҙарыбыҙҙы иҫләйбеҙ" республика акцияһына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Бында Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолдо. Уйын батырҙы иҫкә алыу менән башланды.
Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев 1979 йылда Йәнтеш ауылында тыуған. Аҡъяр һөнәрселек училищеһында белем алған. Чечняла хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған. Үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены менән наградланған. 20 генә йәшендә гүр эйәһе булған егет Йәнтеш ауылы зыяратында ерләнгән.
Бынан бер нисә йыл элек Иректең шәп спортсы, оҫта волейболсы булыуы иҫәпкә алып ауылдаштары уның иҫтәлегәнә волейбол буйынса турнир уҙғарыуҙы хуплап сыҡты. Артабан уны район хакимиәтенең спорт комитеты күтәреп алды һәм ул ярыш йыл һайын уҙғарыла. Быйылғы сара Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек, “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
Хәйбулла, Йылайыр райондары ауылдары араһында ярыш ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Бер кемдә бирешергә теләмәне һәм сәмләнеп уйнаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Аҡнаҙар ауылы волейболсылары яуланы, 2-се баҫҡысҡа Йылайыр районының Матрай ауылының 1-се командаһы күтәрелһә, 3-сө урынға Матрай ауылының 2-се командаһы лайыҡ булды.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография