АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2021, 19:10

Афарин, татлыбайҙар!

Баймаҡ районы Татлыбай ауылы биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро бик матур ял ойошторған. Улар был сараны "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы”на арнаған.

Баймаҡ районы Татлыбай ауылы биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро бик матур ял ойошторған. Улар был сараны "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы”на арнаған.
Ҡышҡы һабантуй һымаҡ уҙғарылған сараның төп ярышы ат сабышы булған. Бынан тыш, башҡа төрлө спорт бәйгеләре лә ойошторолған. Байрам сараһы бик күңелле үткән. Шулай булмай ни, бында бит тыуған ауылым, ауылдаштарым тип йән атыусы йүнселдәр, булдыҡлылар бик күп! Улар, атап әйткәндә КФХ етәкселәре, ауылдан сыҡҡан эшҡыуарҙар, ир-егеттәр ҡоро аҡсалата ярҙам күрһәткән. Ат сабышында ҡатнашыусыларға Почет грамотлары, премиялар тапшырылған.
Саранан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Улар һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, мул табын әҙерләп, байрамға йәм өҫтәгән.
Көн һыуыҡ тип тормай, һәр береһе ихласлыҡ күрһәткән!
Шулай берҙәм һәм бер маҡсатлы булһаҡ, сәләмәт тормош алып барыуға өлгәшербеҙ, тигән уйҙабыҙ.
Читайте нас: