Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2021, 12:55

ҺАУАЛАРҒА УҠ СОЙОРҒОТТОМ

Кисә Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында милли яндан уҡ атыу ярышы үтте. Унда 30-ға яҡын уҡсы ҡатнашты.

14 февраль Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсы сиктəрендə Баяс батыр иҫтəлегенə арналған милли яндан уҡ атыу ярышы булып үтте. Ярышҡа Баймаҡ районының төрлө ауылдарынан, шулай уҡ Сибай һəм Баймаҡ ҡалаларынан 30-ға яҡын уҡсы йыйылды. Турнирҙың ҡағиҙəлəре буйынса 12, 18, 20, 30, 40 метр аралыҡта торған төрлө ҙурлыҡтағы сəптəргə уҡ атып көс һынаштылар. Көсөргәнешле ярыштан һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде. Ир-егеттəр араһында:
1 - Сәйфуллин Йəғəфəр (Сибай ҡалаһы),
2 - Бүлəкбаев Динар (Баймаҡ ҡалаһы),
3 - Ғүмəров Айбулат (2- се Этҡол ауылы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 - Әхмәтова Камилла (Сибай ҡалаһы),
2 - Рахманғолова Сəғиҙə (Үрге Яйыҡбай),
3 - Хəсəнова Айгүзəл (Түбəнге Яйыҡбай).
"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһына Сибай ҡалаһынан Латыпова Резеда лайыҡ булһа, "Иң оло уҡсы" номинацияһы Үрге Яйыҡбай ауылынан Рахманғолова Сәғиҙәгә тапшырылды.
Баймаҡ ҡалаһының "Орхидея" магазины әҙерләгән махсус бүләктәр өсөн уҡ атҡанда Бүләкбаев Динар (Баймаҡ ҡалаһы) һәм Аманғолов Йәннур (Муллаҡай ауылы) еңеүсе булып сыҡты.
Бөтә уҡсылар исеменән ошо ҙур ярышты ойоштороуға тос өлөш индереүсе Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына, Баймаҡ районы администрацияһының физик культура һәм спорт бүлегенә, "Орхидея" магазинына, Ғүмәров Айбулатҡа, Мусин Артурға, Йәрмөхәмәтов Айнурға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ғәфүр Рахманғолов.