АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2021, 17:40

Ҡанифа юлы буйлап...

Хәйбулла саңғысылары марафонға сыға

19 февраль көнө Хәйбулла районында "Ҡанифа юлы буйлап" тип исемләнгән саңғы марафоны ойошторола. Район үҙәге Аҡъярҙа старт алып Федоровка ауылына киләләр. Унда һәйкәлгә сәскә һалып, митинг үткәрелгәндән һуң, Байғусҡарға юлланалар. Саңғысыларға ҡайнар сәй ойоштороласаҡ. Унан марафонда ҡатнашыусылар Әбүбәкергә юл тота. Был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.
Фото интернеттағы ирекле сыҡанаҡтан