Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2021, 15:00

Сибай фигуристары йәнә пьедесталда

Ял көндәре Рәсәй фигуристары "Беренсе канал - 2021" командалы турнирҙа көс һынашһа, Сибай ҡалаһы “Ирәндек” боҙ һарайында фигуралы шыуыу буйынса Муниципаль – ара беренселек өсөн ҡыҙыу ярыш барҙы.

Ял көндәре Рәсәй фигуристары Беренсе канал - 2021 командалы турнирҙа көс һынашһа, Сибай ҡалаһы “Ирәндек” боҙ һарайында Муниципаль – ара беренселек өсөн ҡыҙыу ярыш барҙы. Сарала Сибай, Магнитогорск, Силәбе, Троицк, Новотроицк, Ырымбур, Южноуральский, Злотоуст, Учалы ҡалаларынан 208 фигурист ҡатнашты. Үҫмерҙәрҙәр араһында беренсе разрядлы спортсылар бәйгеһендә - Альберт Янбаев, “Йәш фигуристар” разрядында Дана Ғибәҙуллина алтын, “Икенсе разрядлы спортсы”лар ярышында Мария Витушкина бронза миҙал яуланы. Йәш спортсыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: