Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2021, 17:04

Хәйбуллала "Сәләмәтлек көнө"

Хәйбулла районы Федоровка ауылында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы айҡанлы “Сәләмәтлек көнө”. Оҙон ғүмерҙең алтын ҡағиҙәләре” тип исемләнгән спорт байрамы уҙғарылды.

Хәйбулла районы Федоровка ауылында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы айҡанлы “Сәләмәтлек көнө”. Оҙон ғүмерҙең алтын ҡағиҙәләре” тип исемләнгән спорт байрамы уҙғарылды. “Күңелле старттар” уйын программаһына “Һаҙлыҡтан үтеү”, “Обруч менән йүгереү”, “Хоккейсылар” һәм башҡа күңелле эстафетала балалар ата-әсәләре менән бергә ихлас күңелдән ярышты. Уйын-көлкөгә, көс һынашыуға ҡоролған был “Сәләмәтлек көнө” ысын байрамға әүерелде. Уйында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.