Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2021, 21:15

ХОККЕЙ - ҠЫЙЫУҘАР УЙЫНЫ

Башлыҡтар ҙа хоккей уйнай... Кем кемде еңгән?

Кисә Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайында Урал аръяғы буйынса шайбалы хоккей турниры уҙғарылды. Унда Йылайыр, Хәйбулла райондары, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары предприятиелары, учреждениелары етәкселәре ҡатнашлығындағы командалар үҙ сослоғон һынап ҡараны.
--Бындай матч Сибайҙа йыл да уҙғарыла. Ҡаланың йыйылма командаһында уйнауыма шатмын. Уйын бик көсөргәнешле барҙы,--тип белдерә социаль селтәрҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов.
Турнирҙа Сибай командаһына етеүсе булманы, икенсе урынға баймаҡтар сыҡты. Йылайырҙар—өсөнсө, хәйбуллалар дүртенсе урында. Ҡатнашыусыларға сувенир рәүешендәге йәшмәнән эшләнгән иҫтәлекле миҙал тапшырылған.
--Бындай саралар үҙ-ара дуҫлыҡты нығыта, сәләмәт йәшәү рәүеше өлгөһө булып тора. Беҙгә ҡатнашыусылар географияһын киңәйтергә кәрәк. Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура райондары командаларын хоккей уйнарға саҡырам,--тип белдерә ҡала башлығы.