АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2021, 13:25

Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ...

Бер-береһенең уйнарға сығыуын көткән балаларҙай, һәр көнөбөҙҙө түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, тәҙрә аша бер-беребеҙҙе байҡап ҡына торабыҙ. Көн дә тиерлек бер юлдан үтһәк тә һәр көнөбөҙ яңылыҡ кеүек. Тәбиғәттең матурлығын иһә һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел! Был йөрөүҙән күңел яҡтыра, кәйеф күтәрелә һәм һаулыҡ нығына!

Бөгөн скандинавса йөрөү модала тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Махсус таяҡтар ярҙамында атлау, хәрәкәтләнеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Тик дөрөҫ йөрөү шарт.
Сибай ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан Төйәләҫ ауылы халҡы ла үҙ һаулығына иғтибарлы. Бында бер төркөм пенсионерҙар скандинавса атлау менән шөғөлләнә. Өлкәндәргә йәштәрҙең ҡушылып китеүе лә маҡтауға лайыҡ.
--Яҙ, йәй, көҙгө көндәрҙә Маяҡтау яғында йөрөй торғайныҡ. 1 декабрҙән маршрутты үҙгәрттек: Төйәләҫ быуаһы яғына барып, уны аша сығып, яр сите буйлап, юл Моҡас ауылына боролған ергә тиклем барып етәбеҙ ҙә кире боролабыҙ. Шагомер менән үлсәгәйнек, беҙ үткән арауыҡ 5 км булды. Әммә арып, уфтанып түгел, киреһенсә дәртләнеп ҡайтабыҙ. Миңә өй аша торған Гөлбикә Мортазина, мәғариф ветераны Римма Ғәзимова, беҙгә ҡушылған йәш килендәр үҙ-ара һөйләшеп, бер-береһенең уйнарға сығыуын көткән балаларҙай, һәр көнөбөҙҙө түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, тәҙрә аша бер-беребеҙҙе байҡап ҡына торабыҙ. Көн дә тиерлек бер юлдан үтһәк тә һәр көнөбөҙ яңылыҡ кеүек. Тәбиғәттең матурлығын иһә һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел! Был йөрөүҙән күңел яҡтыра, кәйеф күтәрелә һәм һаулыҡ та нығына! Юлыбыҙға осраған машиналар сигнал бирә, баш ҡағып, ҡул болғайҙар, сәләмләйҙәр, йылмаялар. Шул тиклем күңелле! Әкиәткә тиң ҡышҡы тәбиғәт ҡосағындағы фотоларҙы “Бәйләнештә” селтәренә һалып, көн дә үткән юлыбыҙ хаҡында яҙа барам. Дуҫтарым, ауылдаштарым, таныштарым күрә, сәмләнә һәм улар ҙа үҙ төбәгендә беҙгә ҡушыла. Хәрәкәттә--бәрәкәт, тиҙәр. Ошо бәрәкәтте ҡулдан ысҡындырмайыҡ әле,--ти мәғариф ветераны, гәзитебеҙ дуҫы Сәғиҙә Байназарова.