Ҡышҡы ялда һәр кем үҙ ғаиләһе, ғәзиз балалары менән бергә булырға тырыша. Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре лә үҙҙәренең ял көндәрен бик файҙалы һәм күңелле үткәрә. Атай-әсәйҙәре, туғандары менән тауҙан сана менән шыуалар, саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнайҙар. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, саңғыла, конькиҙа шыуырға өйрәнеп, үҙҙәренең һөнәрҙәрен арттырыуҙары бигерәк ҡыуаныслы күренеш. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, яҡшы кәйеф, ыңғай тәҫьораттар, яҡындан аралашыу баланың үҫешенә ҙур йоғонто яһай һәм дә ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә.