Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ноябрь 2020, 21:35

Йылайырҙар йәйәү йөрөй

Йәйәү йөрөү буйынса акцияға йылайырҙар ғына түгел, башҡалар ҙа ҡушыла ала. Йылайыр районы хакимиәте сайтына инеп, шарттар менән ентекләберәк танышырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, Йылайыр районы республикала иң таҙа төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә, сөнки унда сәнәғәт предприятиелары юҡ. Урманлы, саф һауалы ерҙә сәләмәт тормошҡа ынтылыу, спортты үҙ итеү, һис шикһеҙ, ҙур һөҙөмтә бирә.
Бындай шарттарҙа төбәк халҡы төрлө вирустарға ҡаршы иммунитетты үҙе булдыра ала, әгәр ҙә күберәк хәрәкәтләнеүгә, йәйәү йөрөүгә ҙур иғтибар бирһә. Ошоға бәйле район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов сәләмәт тормош алып барыуҙы төп маҡсат итеп алған өр-яңы акцияға старт бирҙе. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Йәйәү йөрөү буйынса акцияға йылайырҙар ғына түгел, башҡалар ҙа ҡушыла ала. Йылайыр районы хакимиәте сайтына инеп, шарттар менән ентекләберәк танышырға мөмкин.
Акцияла ҡатнашыусылар 55 километрҙы йәйәү үтергә тейеш. Марста урынлашҡан Йылайыр кратерына тап ошо сама ара булыуы иҫәпләп сығарылған. Һәр кеше көнөнә өс километр үткән хәлдә, был араны өс йыл да биш айҙа үтергә мөмкин, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Акцияға тәүге йомғаҡ 30 декабрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайты.
Автор: Карима Усманова