Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ноябрь 2020, 20:40

“Билд” компанияһынан ҙур бүләк

“Ирәндек” боҙ һарайында бөгөн ҡыуансылы ваҡиға булды. “Билд” төҙөлөш компанияһы балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, уларға ярҙам итеү маҡсатында 2013-2014 йылғы балалар йыйылған хоккей төркөмөнә уйын свитерҙары бүләк итте.

-“ Билд” төҙөлөш компанияһы республиканың спорт ойошмаларына, балалар йорттарына даими ярҙам күрһәтә, хәйриә акциялары ойоштора. Бөгөн Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайында тәрбиәләнеүсе иң бәләкәй хоккейсыларға свитерҙар бүләк иттек. Спортсыларға һәм уларҙың талантлы тренерҙарына уңыштар, ҙур еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Үҙ эшен яратҡан ысын һөнәр эйәләренең ҡул аҫтында тәрбиәләнгән йәш спортсылар киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр яулаясағына ышанабыҙ, - тине төҙөлөш компанияһы директор урынбаҫары А.Р.Хөсәйенов.