Баймаҡ ҡалаһының 2-се һәм 5-се мәктәптәрендә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн махсус йыһазландырылған яңы залдар эшләй башланы. Балаларҙы физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙырыуға йүнәлтелгән “Мәғариф” милли проектының “Спорт көрәше—Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” программаһына ярашлы булдырылған залдарға ҡорамалдар урынлаштырылған, спорт залына тулыһынса көрәшселәр балаҫы түшәлгән, тренировкалар өсөн манекендар һатып алынған. Бында уҡыусылар көрәштең бөтә төрө менән дә шөғөлләнәсәк.