Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2020, 19:05

Спорт—йәшәү рәүеше

Бала саҡтан спортты үҙ иткән Рөстәм Азаматов утыҙ йылдан ашыу балаларға физик тәрбиә бирә, уларҙы оло спортҡа алып сыға. Ул Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, шулай уҡ район һәм ҡала физкультура уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе лә.

Бала саҡтан спортты үҙ иткән Рөстәм Азаматов утыҙ йылдан ашыу балаларға физик тәрбиә бирә, уларҙы оло спортҡа алып сыға. Ул Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, шулай уҡ район һәм ҡала физкультура уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе лә.
Баймаҡта тыуып-үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә, хәрби хеҙмәттә сынығыу ала. Тәүҙә ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡыта, артабан эшен 3-сө мәктәптә дауам итә.
—Минең өсөн спорт—ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта, 1985 йылда, тәүге тапҡыр еңел атлетика буйынса республика ярышында ҡатнаштым. Ишембайҙа үткән йүгереү марафонында беренсе урын яуланым. Ошо еңеүем тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте, спортҡа һөйөү тәрбиәләне, үҙенә йәлеп итте. Мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа даими ҡатнаштым, призлы урындар яуланым. Бөгөн үҙем дә йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Үҙемдең иң яратҡан спорт төрөм—футбол, ә уҡыусыларға баскетбол бу-йынса түңәрәк алып барам. Оҙаҡ йылдар еңел атлетика секцияһына етәкселек иттем. Спортҡа ҡарата һөйөүҙе балала кесе йәштән тәрбиәләргә кәрәк, шул сағында ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Тик физкультура дәресендә генә спорт менән шөғөлләнеү аҙ, шуға күрә кем тормошон киләсәктә сәләмәт тормош һәм спортҡа бағышларға теләй, иренмәгеҙ, көн һайын ябай ғына зарядка яһағыҙ, үҙегеҙҙе һәм тәнегеҙҙе күнектерегеҙ, артабан сәғәттәр буйы шөғөлләнеү үҙегеҙгә ял һәм рәхәтлек кенә бирәсәк,—ти Рөстәм Салауат улы.
Ул етәкләгән баскетбол командаһы “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһында еңеү яулаған, тиҙҙән баскетболсылар күнекмәләргә сығасаҡ, сөнки пандемия шарттарында буласаҡ еңеүселәр өйҙән генә шөғөлләнергә мәжбүр ине.
Рөстәм Азаматовтың ғаиләһен дә районда спортҡа ғашиҡ тип беләләр. Ҡатыны Гөлфиә Булат ҡыҙы һәм балалары менән “Әсәй, атай һәм мин—спорт һөйөүсе ғаилә” конкурсында һәр саҡ ҡатнаша, уларға тиңләшеүселәр табылмай. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап, спортты бәләкәйҙән үҙ иткән.
Физик тәрбиә һәм спорт отличнигы, тәжрибәле тренер, оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Рөстәм Азаматов барлыҡ спорт һөйөүселәрҙе һәм физкультура уҡытыусыларын, тренерҙарҙы, буласаҡ спортсыларҙы, сәләмәт тормош яҡлыларҙы Физкультурниктар көнө менән ҡотлай һәм киләсәктә лә спортты үҙ итергә, сәләмәт тормош алып барырға саҡыра. Юҡҡамы ни, хәрәкәттә—бәрәкәт, ти халыҡ мәҡәле.