АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июль 2020, 16:10

Клубҡа кил, бушлай шөғөллән!

Проекттың төп маҡсаты - ололарҙы, Өфө, Сибай, Нефтекамск, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларының урта быуын кешеләрен спортҡа ылыҡтырыу. Республикала күсмә күнекмәләр уҙғарыу планлаштырыла.


"Эльбурс Ниғмәтуллин менән скандинавса атлау" проекты халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе, һаулыҡты нығытыуҙы, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә индереүҙе бурыс итеп ала. Был проект Башҡортостан Башлығы грантында еңеү яулаған.
Проекттың төп маҡсаты - ололарҙы, Өфө, Сибай, Нефтекамск, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларының урта быуын кешеләрен спортҡа ылыҡтырыу. Проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән скандинав йөрөшөн яратыусылар клубы асыла, унда даими рәүештә бөтә теләүселәр өсөн бушлай күнекмә уҙғарыла. Халыҡҡа ваҡытында мәғлүмәт барып етһен өсөн сайт һәм социаль селтәрҙә махсус төркөм булдырыла. Скандинавса атлау менән шөғөлләнгәндә түбәндәге ауырыуҙарҙан арынырға була: остеохондроз, сколиоз, үпкә сире, һимереү, артрит, яурын һәм елкәләге хроник сир.
Республикала күсмә күнекмәләр уҙғарыу планлаштырыла.
Өфөлә клуб 23 июль 19.00 сәғәттә асыла