Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә физкультуранан бына инде 35 йыл Рәшит Мөхәмәт улы Буранбаев уҡыта. Уның һабаҡтарын алған уҡыусылар милли көрәштә лә, ҡул көрәшендә лә, футбол, баскетбол кеүек башҡа спорт төрҙәрендә лә һыр бирмәне.
Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары айырыуса волейболды үҙ итә. Бәләкәй саҡта пионербол иң яратҡан уйындары булһа, үҫә килә волейболға ылығып, төбәк ярыштарына сығалар һәм йыш ҡына алдынғы урын алалар.
—2019 йыл Сыңғыҙ 9 йыллыҡ мәктәбен 8 егет тамамлағайны. Улар, атап әйткәндә Айбулат Заманов, Ғәзиз Бикҡолов, Илшат Буранбаев, Хәниф Туйсин, Фидан Бикҡолов, Илмир Әсфәндийәров, Нургиз Ғөлбәйетов, Алмаз Туйсин әлеге көндә төрлө тарафта уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, бөгөн дә Сыңғыҙ данын яҡлап, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Был егеттәр бәләкәйҙән сос, уҡыуҙа ла алдынғы булдылар. Улар менән Баймаҡ ҡалаһында Таракин кубогына уҙғарылған ярышта 1-се урын алғайныҡ. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған республика ярышында ла яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. Таулыҡай ауылында Зәйнулла Салихов иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙа беренселеккә сыҡтыҡ. Һынай китһәң, күп инде. Улар—минең ғорурлыҡтарым. Ошо егеттәрҙең әле лә минең менән генә түгел, үҙ-ара ла бәйләнештәрен өҙмәй, берәй ярыш хаҡында ишетһәләр, тиҙ генә команда төҙөп, студенттар ярышына сығыуҙары мине һөйөндөрә,—ти Рәшит Мөхәмәт улы.
Уҡыусы остазынан сосораҡ, таһыллыраҡ, белемлерәк икән, тимәк бының нигеҙендә уҡытыусының ныҡышмал, фиҙакәр хеҙмәте ята. Быны оло баһа итеп ҡабул итергә кәрәк.