Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2020, 10:30

Ярыш сәмле барҙы

Аяҡта - быйма, ҡулда - сәкән... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Иҫке Сибай ауылы биләмәһендә быймалы хоккей ярышы үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Хоккей - ысын ирҙәр уйыны, тигәндәре хаҡтыр. Ысынлап та, ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы: кемдер ҡаты боҙҙа ҡолап та алды, икенселәр сәмләнде, бәғзеләре ҡаршы яҡта “ут” тоҡандырҙы. Ярышты дүрт команда ҡатнашты. Уйындың баш судьяһы Б.Х. Зәһиҙуллин булды. Көйәрмәндәрҙең әүҙем булыуы уйынсыларға дәрт -дарман өҫтәне.
Көсөргәнешле уйында “Атайсал” командаһы - беренсе, “Йәштәр” командаһы-икенсе , “Ҡарағайлы” командаһы - өсөнсө, ә “Аҡбуҙат” командаһы дүртенсе урынға сыҡты. Уйында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ”Уралбаев Ф.Ф” крәҫтиән-фермер хужалығы, шәхси эшҡыуар Р.И. Утарбаева,мәктәп директоры С.М.Рафиҡов, “Сибай” торлаҡ-эксплуатация идаралығы муниципаль унитар предприятиеһы директоры Н.Р.Дәүләтбаев әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Спортҡа битараф булмаған, сәләмәт тормош алып барған Иҫке Сибай халҡына “афарин” тип әйтәһе генә ҡала.
Әлиә Уралбаева.