Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2020, 10:55

“Биш милләт турниры”н ҡаранылар

Сибайҙар Өфө -аренала “Биш милләт турниры”нда Швеция менән Финляндия, Рәсәй һәм Чехия командаларының уйындарын ҡараны.

Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы “Мәғариф” проектының “Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр” программаһы сиктәрендә Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайы тәрбиәләнеүселәренә баш ҡалаға сәфәр ҡылырға ярҙам итте. Сибайҙар Өфө -аренала “Биш милләт турниры”нда Швеция менән Финляндия, Рәсәй һәм Чехия командаларының уйындарын ҡараны.
--Балалар көслө уйынсыларҙың көсөргәнешле ярышын ҡарап шул тиклем ҡыуанды. Турнирҙан һуң “Салауат Юлаев” командаһының 2011-2012 йылғы хоккейсылары менән беҙҙең “Горняк” командаһы дуҫтарса матч уҙғарҙы. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!—тине ата-әсәләр исеменән Наталья Бусыгина.
#нацпроекты#миллипроекттар