Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2020, 11:10

Саңғысылар ярышты

Сибай ҡалаһының сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәре лә күмәк спорт сараһынан ситтә ҡалманы: 600-ҙән ашыу кеше стартҡа баҫты, уларҙың иң өлкәненә 70 йәш булһа, иң кесеһенә 3 йәш ине.

Илебеҙ ҡалаларында “Рәсәй саңғыһы-2020” ярыштары үтте.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә 10,2 мең спортсы һәм саңғы спортын үҙ итеүсе ҡатнашҡан.
“Рәсәй саңғыһы” асыҡ ярыштары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Әйткәндәй, был сара 1982 йылдан алып уҙғарыла.
Сибай ҡалаһының сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәре лә күмәк спорт сараһынан ситтә ҡалманы: 600-ҙән ашыу кеше стартҡа баҫты, уларҙың иң өлкәненә 70 йәш булһа, иң кесеһенә 3 йәш ине.
--Көндөң матурлығы, саңғы юлының шыма булыуы, көйәрмәндәрҙең күплеге—барыһы ла алға ынтылыуға дәрт өҫтәне,--тине ярыштың vip-уҙышы башында тороусы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
#нацпроекты#миллипроекттар