Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2020, 10:25

Спорт—йәшәү нормаһы

Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһының “Ҡараташ”хоккей командаһы өсөн быйылғы миҙгел бик уңышлы дауам итә. Улар район ауылдары командалары менән генә көс һынашып ҡалмай, икенсе төбәктәргә лә сыға башланы.

Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһының “Ҡараташ”хоккей командаһы өсөн быйылғы миҙгел бик уңышлы дауам итә. Улар район ауылдары командалары менән генә көс һынашып ҡалмай, икенсе төбәктәргә лә сыға башланы. Ошо көндәрҙә хоккейсылар“Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә ойошторолған Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл, Обручевка ҡасабаһы спортсылары менән осрашты.
--Алыш бик ҡыҙыу барҙы. Шулай ҙа беҙ бирешмәнек. Ҡыҙылдарҙы 4/2, обручевкаларҙы 9/3 иҫәбе менән еңеп ҡайттыҡ,--ти ҡыуанып команданың тренеры Валерий Викторович Аксенов. –Иң яҡшы ҡапҡасылар булып Венер Хоҙайғолов һәм Никита Михайлов танылды. Хоккейсыларым менән ғорурланам. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, көс-дәрт теләйем!
#нацпроекты#миллипроекттар