Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2020, 17:55

Яҡташтар берҙәм

Ярыштың иң шәп уйынсылары араһында Сибай егете Айгиз Хәмитовтың булыуы ҡыуаныслы. Айгиз Башҡорт дәүләт университетының инженерҙар факультетында II курста уҡый. Футбол менән бәләкәй сағынан ҡыҙыҡһына. Мәктәптә белем алғанда тренер Вәкил Йыһанур улы Байрамғолов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән.

Үткән аҙнала Өфөнөң "Гравитон" спорт комплексында яҡташ йәштәр ассоциацияһы командалары араһында мини-футбол буйынса турнир уҙҙы. Сибай командаһында баш ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында белем алған Ащепков Владислав, Әминов Данил, Хәмитов Айгиз, Фомин Владислав, Ғөбәйҙуллин Рәмил, Иҫәнгилдин Айгиз, Ишбулатов Ғәзиз, Ҡадаев Рәсүл, Буранғолов Айгиз уйнаны.
--Тәүге көндә беҙ бөтә командаларҙы еңеп, финалға сыҡтыҡ. Икенсе көндө иһә асҡындарҙан ҡалышып, турнирҙың көмөш миҙалына лайыҡ булдыҡ, --ти Өфө авиация техникумы студенты Рәсүл Ҡадаев.
Ярыштың иң шәп уйынсылары араһында Сибай егете Айгиз Хәмитовтың булыуы ҡыуаныслы. Айгиз Башҡорт дәүләт университетының инженерҙар факультетында II курста уҡый. Футбол менән бәләкәй сағынан ҡыҙыҡһына. Мәктәптә белем алғанда тренер Вәкил Йыһанур улы Байрамғолов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән. Өфөлә лә ул футболдан айырылмай. Уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, факультеттың йыйылма командаһы составында төрлө ярыштарҙа көсөн һынай.