Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2020, 15:59

Йылайырҙар спорт ярата

Спортҡа ғашиҡ йылайырҙар әленән-әле төрлө саралар үткәреп кенә тора.

Спортҡа ғашиҡ йылайырҙар әленән-әле төрлө саралар үткәреп кенә тора.
Сәләмәтлек һәм спорт ун көнлөгө сиктәрендә Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы “Звездный” физкультура-һауыҡтырыу комплексында волейбол буйынса турнир булып үтте. Унда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнашты. Турнирҙың төп маҡсаттары булып сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, йәштәрҙең ялын ойоштороу, волейбол уйынын популярлаштырыу һәм коллективтарҙы берләштереү торҙо. Сараны йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлектәре, Берҙәм Рәсәй партияһының урындағы “Йәш гвардия” бүлексәһе ойошторҙо.
Турнирҙа йәмғеһе алты ир-егеттәр һәм өс ҡатын-ҡыҙҙар командаһы көс һынашты.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Йылайыр ауыл советы волейболсыларына етеүсе булманы. Юлдыбай ауыл советы командаһы 2-се урынға сыҡты. 3-сө урын Йылайыр ауылы йәштәренә тәтене.
Юлдыбайҙан килгән Гүзәл Сәитова—“Иң яҡшы уйынсы”, Йылайырҙан Альбина Климова—“Иң яҡшы тоташтырыусы”, Вилә Азаматова “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номанацияһына лайыҡ булды.
Ир-егеттәр командалары араһынан Юлдыбай ауылының йәштәр командаһы беренселеккә сыҡты. Йылайыр ауыл советы спортсылары 2-се урын яуланы. Йылайыр ауылы студенттарына иһә 3-сө урын эләкте.
Йылайыр ауылынан Ярослав Туленков “Иң яҡшы уйынсы” тип табылһа, Юлдыбай ауылынан Әлфир Юлдашев “Иң яҡшы тоташтырыусы” номинацияһына лайыҡ булды. Асҡар Ҡоғашевҡа иһә “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номинацияһы эләкте.