Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы Яңы йыл каникулын “Күңелле старттар” менән дәртле генә башлап ебәргән ине. Унда Ишбирҙе, Йылым һәм Бөрйән-Йылға ауылдарынан командалар көс һынашты. Сәмле генә барған ярышта Йылым ауылы командаһына етеүсе булманы. Бөрйән-Йылғанан килгән спорт һөйөүселәр 2-се урын алып ҡыуанһа, ишбирҙеләр 3-сө урынға сыҡты.
Унан һуң инде олатай-өләсәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр бергәләп йыйылып, рәхәтәләнеп тау шыуҙы. Әлбиттә, әсәйҙәр һәм атайҙар ҡоро ла был күңелле шөғөлдән ситтә тороп ҡалманы.
Бынан тыш та Ишбирҙе биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа сәләмәт тормошто һәм спортҡа һөйөүҙе пропагандалауға йүнәлтелгән матур саралар үткәрелеп тора. Күптән түгел генә ишбирҙеләр йылымдар тапшырған скандинав йөрөш буйынса эстафетаны дәррәү генә күтәреп алды. Улар, ғөмүмән, был спорт төрө менән бына инде бер нисә йыл дауамында шөғөлләнә. Хәҙер урамда таяҡ тотоп китеп барыусылар бер кемде лә аптыратмай. Мәҫәлән, 76 йәшен тултырған Рәфҡәт Илбулов ҡатыны Зәкиә менән дүртенсе йыл скандинав йөрөш менән шөғөлләнә. Фәриҙә Ямалетдинова, Лүзә Юнысова һәм Сөмбөлә Тулыбаева ла күптән инде скандинав таяҡтарына ғашиҡ. Оло быуын кешеләренән тыш йәштәр ҙә бик теләп шөғөлләнә был спорт төрө менән.
Скандинав йөрөш буйынса эстафета тапшырылғандан һуң, өс ауыл бергәләп быйылғы спартакиаданы ла асып ебәрҙе. Спорт һөйөүселәрҙе иң тәүҙә Ибшбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы тәбрикләне, унан һуң ауылдың имам-хатибы Рәмил Әхмәтша улы, доғаларын уҡып, фатихаһын бирҙе.
Сәләмәт тормош яҡлы булған ишбирҙеләргә афарин тип әйтергә генә ҡала. Хәйерле сәғәттә башланған сараларығыҙ бәрәкәт менән дауам итһен.