Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2019, 18:05

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай…

Бөгөн Хәйбулла районы Әбеш ауылында хоккей ҡумтаһы өсөн боҙ туңдырыу эштәре башланды.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу артты. Спортҡа тартылмағандар, бәлки бында ҡыуаныс та тапмайҙыр. Әммә ныҡлап уйлап ҡараһаң, халыҡтың сәләмәт тормошҡа ынтылыуы – үҙе үк ҙур һөйөнөс. Йәштәр ололар өлгөһөндә үҫә, тәрбиәләнә. Балаларҙың бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүенә ҡарағанда, туп тибеүе күпкә яҡшы һәм файҙалы ла. Шуға өлкәндәрҙең үрнәк булыуы, уларға яҡшы шарттар булдырыуы мөһим.
Ауылдарҙа хоккей ҡумтаһы барлыҡҡа килә. Был да оло маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, бөгөн генә Хәйбулла районы Әбеш ауылында боҙ туңдырыу эштәре башланды. Тиҙҙән бында үҫмер малайҙар ҙа, йәштәр ҙә сәмле уйынға йыйылыр, күршеләр менән сослоҡта көс һынашыр, тип ышанабыҙ. Көйәрмәндәр тауышынан боҙ майҙансыҡ гөрләп торор тигән дә өмөттәбеҙ.
Ошо урында хоккейға бәйле 9 ҡыҙыҡлы фактты билдәләп үтергә теләйбеҙ:
  1. Иң беренсе хоккей уйыны 1875 йылдың 3 мартта Канаданың Монреаль ҡалаһында үтә.
  2. Тәүҙә хоккей шайбаһы квадрат формала була. 1875-1979 йылдарҙа ағас шайба ҡулланыла.
  3. Интернет мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, профессиональ хоккейсыларҙың 68 проценты боҙҙа бер тешен юғалтҡан.
  4. Хоккей ҡапҡаһына япма ҡуйыуҙы балыҡсы Френсис Нель Нон уйлап тапҡан. Нәҡ ошо япма шайба инеү-инмәүҙе дөрөҫ күрһәтә лә инде.
  5. Лев Яшин футболда ла, хоккейҙа ла яҡшы ҡапҡасы була. Ул ике спорт төрөндә лә уңыштар яулай. Уны хоккейҙың совет милли йыйылма командаһына саҡыралар, әммә ул футболды һайлай.
  6. СССР-ҙың милли йыйылма командаһы тарихта бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатынан миҙалһыҙ ҡалмай.
  7. Ваҡыт буйынса иң оҙон уйын 2017 йылдың 12 мартында Норвегия чемпионатында плей-оффта уйнала.
  8. Шайба вулканик резинанан яһала. Ул боҙда “һикереп” йөрөмәһен өсөн, уйын башланғансы һалҡында тоталар.
  9. 1995 йылда хоккейҙа бер ҡыҙыҡлы традиция барлыҡҡа килә. Трофейҙы еңгән команда уйынсыларына бер көнгә биреп ҡуялар, уны ҡайҙа булһа ла алып йөрөтөргә рөхсәт ителә. Шулай итеп, 2003 йылда Мартин Бродо кубокты кинотеатрға алып бара һәм уға попкорн һалып ала.