АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2019, 17:10

Ҡанун менән нығытылырмы?

Белорет районында күптән түгел генә Инйәр һыртында ҡаяға үрмәләгәндә бер турист һәләк булды, икенсеһе иһә ҡаты йәрәхәт алды.

Башҡортостан туризмы өсөн уның экстремаль төрө көнүҙәк булып тора. Беҙҙә экстремаль туризм менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр байтаҡ. Әммә был өлкәлә тәртип булмағанлыҡтан кеше ғүмере хәүеф аҫтында ҡала. Белорет районында күптән түгел генә Инйәр һыртында ҡаяға үрмәләгәндә бер турист һәләк булды, икенсеһе иһә ҡаты йәрәхәт алды. Шуға күрә йылға буйлап ағып төшөү, һыу аҫтында йөҙөү, ҡаяға үрмәләү кеүек туризм закон менән нығытылырға тейеш.
Башҡортостан депутаттары яҡын арала туристик эшмәкәрлеккә бәйле парламент тыңлауҙары үткәрергә йыйына. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерә. Башҡортостан депутаттары тарафынан әҙерләнгән экстремаль туризмға бәйле закон проекты документы Дәүләт Думаһынды ҡараласаҡ.
Читайте нас: