2019 йылдың февралендә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Спорт көрәше—Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе үткәйне. Сараны асҡанда Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә спорт көрәше темаһы бик мөһим, тип белдергәйне. Радий Фәрит улы шулай уҡ милли көрәшкә халҡыбыҙ борон-борондан айырым иғтибар бүлгән, тип тә өҫтәне. Шуға ла Башҡортостан Рәсәй кимәлендә ойошторолған “Спорт көрәше—мәктәптәргә” федераль программаны тормошҡа ашырыусы пилот проекты субъекттарының береһенә әүрелде. Әлеге көндә республиканың 17 мәктәбе ошо юҫыҡта эш башларға әҙер. Шулар араһында Сибай ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Ф.Белов исемендәге 12-се мәктәп тә бар. Проект нигеҙендә белем усағының көрәш залы тулыһынса реконструкцияланған. Ошо арала ул үҙ ишектәрен асасаҡ һәм унда көрәшселәр шөғөлләнә башлаясаҡ.