Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2019, 17:51

Тырышҡан--мораҙына еткән

Сибай гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт Зөбәйер улы Таһиров Урал аръяғының төрлө тарафтарынан йыйылған балаларға уҡтан атыу һәм милли көрәш буйынса секциялар ойошторған. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» билдәләренә эйә педагог Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжда өс тиҫтәнән ашыу йәштәр һәм үҫмерҙәр шөғөлләнгән «Ирәндек уҡсылары» түңәрәген дә етәкләй.

Сибай гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт Зөбәйер улы Таһиров Урал аръяғының төрлө тарафтарынан йыйылған балаларға уҡтан атыу һәм милли көрәш буйынса секциялар ойошторған. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» билдәләренә эйә педагог Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжда өс тиҫтәнән ашыу йәштәр һәм үҫмерҙәр шөғөлләнгән «Ирәндек уҡсылары» түңәрәген дә етәкләй. Ике йыл рәттән эшләп килгән түңәрәктә ҡала мәктәптәре уҡыусылары ла бик теләп йөрөй. Әйтәйек, «Ирәндек» лицейында уҡыған Руфина Таһирова сәпкә иң оҫта атҡан ҡыҙҙарҙың береһе. 9-сы лицейҙан Камилла Әхмәтова ла төшөп ҡалғандарҙан түгел.
Яҙғы каникул осоронда Х.З.Таһировтың тәрбиәләнеүселәре ике ярышта көстәрен һынап ҡарарға өлгөргән. Тәүгеһендә — Учалы районында балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән традицион яндан атыу ярышында дөйөм командалары 3-сө урынға сыҡһа, икенсеһендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналған мәргәндәр бәйгеһендә лә ҡыҙҙар-егеттәр 1-се, 2-се урындар яулаған.
--Баш ҡалаға 9 кешенән торған команда менән барҙыҡ. Шуларҙың өсәүһе гимназия-интернат уҡыусылары. Милли кейем, уҡ-һаҙаҡ кеүек кәрәкле әйберҙәрҙе үҙем хәстәрләһәм, юл сығымдарына Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж етәкселеге ярҙам күрһәтте. Л.Х.Байморатовҡа, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!--ти Хөрмәт Зөбәйер улы, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып.--Мәртәбәле ярышта 9-сы лицей уҡыусыһы Камилла Әхмәтова, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенты Динислам Сәйфуллин алтын миҙалға лайыҡ булды. Шул уҡ уҡыу йорто студенты Минсаф Билалов иһә көмөш миҙал менән бүләкләнде. Ҡотлайым уларҙы! Тырышҡан--мораҙына еткән, тиҙәр бит. Юғары күрһәткестәр даими шөғөлләнеүҙәребеҙ һөҙөмтәһе.