«Салауат Юлаев» хоккей клубы Гагарин Кубогы өсөн алыштарҙың беренсе раундының Өфөлә үткән алтынсы уйынында Магнитогорскиҙың «Метеллург»ын өҫтәлмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә еңеүгә иреште.
Иҫәпте беренсе осорҙоң 15-се минутында беҙҙең Теему Хартикайнен асты. Икенсе осорҙа ҡунаҡтар ике шайба менән яуап бирҙе.
Өсөнсө осор ҙа ҡунаҡтарҙың өҫтөнлөгөндә үтте. Юлаевсылар күпме тырышһа ла Кошечкиндың ҡапҡаһын «яулай» алманы. Ҡунаҡтар дәғүәселәрен күк һыҙыҡтан уҡ ҡаршы алып ҡапҡаларына яҡын юлаттырманылар. Уйын тамамланырға 46 секунд ҡына ҡалғанда ҡунаҡтар ҡапҡаһы төбөндә өймәлеш китте. Хартикайнендың алыҫтан көслө итеп һуҡҡан шайбаһы 4-5 хоккейсының аяҡ аҫтынан үтеп ҡапҡаға инде лә китте. «Бесәй» күрмәй ҙә ҡалды. Уйын тағы (дүртенсе тапҡыр!) овертаймға күсте.
Өҫтәлмә ваҡыттың 12-се минутында Йоонас Кемппайнен, шайба индереп, юлаевсыларға еңеү бүләк итте. Иҫәп «Салауат» файҙаһына 4:2 булды. Гагарин Кубогы ярыштарының сирек финалына путевканы өфөлөләр яуланы. «Магнит»тар алты йылда беренсе тапҡыр беренсе раундта уҡ көрәштән төшөп ҡалды.
Көнсығыш конференцияла икенсе турға «Салауат»тан тыш Екатеринбургтың «Автомобилис»ы, Омскиҙың «Авангард»ы һәм иң аҙаҡтан, ете уйын уйнап, Астананың «Барыҫ»ы сыҡты.
Артабан «Салауат Юлаев» хоккей клубы Көнсығыш лидеры «Автомобилист» менән уйнаясаҡ.
Хоккейсыларыбыҙға был раундта ла уңыштар теләйек!