Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2019, 13:18

«САЛАУАТ» ЙӘ ҺӨЙӨНДӨРӘ, ЙӘ КӨЙӨНДӨРӘ

Өфөләге уйындарӨсөнсө уйын. 1 март.Был уйынды мин бесәй менән сысҡан уйынына оҡшатып ҡуйҙым: «Салауат» нәмә теләһә, шуны эшләне, үҙ боҙонда ҙур иҫәпкә (4:1) еңелеп, ҡаушап төшкән ҡунаҡтар хужаларға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алманы. Кошечкин үҙ ҡапҡаһына ташланған өс шайбаның береһен дә тота алмай 65 секундта өс гол индереп ҡуйҙы.

Өфөләге уйындар
Өсөнсө уйын. 1 март.
Был уйынды мин бесәй менән сысҡан уйынына оҡшатып ҡуйҙым: «Салауат» нәмә теләһә, шуны эшләне, үҙ боҙонда ҙур иҫәпкә (4:1) еңелеп, ҡаушап төшкән ҡунаҡтар хужаларға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алманы. Кошечкин үҙ ҡапҡаһына ташланған өс шайбаның береһен дә тота алмай 65 секундта өс гол индереп ҡуйҙы.
Уйын башланып 3 минут та үтмәне, Ткачев Умаркка иҫ киткес матур арҡыры тапшырыу биреп иҫәпте асты. 25 секундтан, был юлы инде Умарк, ҡапҡа артынан ырғытылған пас Хартикайненға иҫәпте арттырырға ярҙам итте. (Әйткәндәй, Хартикайнен бер нисә көн генә элек «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән уйынды бер йылға оҙайтыу тураһында килешеү төҙөнө). Тағы бер нисә секундтан Кадейкин алыҫтан һуғып Кошечкинды тамам аптырауҙа ҡалдырҙы. Был голдан һуң Кошечкинға ҡапҡаны ҡалдырырға тура килде, уның урынына әлегә беҙгә ят Заһиҙуллин сыҡты.
Был голдан һуң магниттар әҙерәк уянғандай булды, әммә ҡыҙып алған юлаевсыларға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алманы. Юлаевсылар осор аҙағына тиклем тағы ике шайба ырғытып иҫәпте 5:0-гә еткерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йоха Метсолаға «ҡоро» сығырға яҙманы: һуңғы минуттарҙа Зайцев «абруй» голы индереп командаһын мәсхәрәнән һаҡлап алып ҡалды. 5:1.
Дүртенсе уйын. 3 март.
Өсөнсө уйындан һуң биргән интервьюһында «Металлург»тың баш тренеры Йозеф Яндач «Металлург» көрәшәсәк әле тигәйне. Алдамаған булып сыҡты. Уйын башында Евгений Тимкин Григорий Панинға йоҙроҡтары менән ташланды. Баш тренер быны күҙ алдында тотмағандыр, әлбиттә, сәм, дәрт, еңеүгә ынтылыш тураһында әйткәндер. Асыҡ хоккейҙа өфөлөләрҙе еңеп булмаясағын аңлаған тренер оборонала уйнауҙы өҫтөнөрәк күреп, икенсе планда уйнарға хәл иткән, күрәһең. Дөрө-ҫөн әйтергә кәрәк, уның был планы килеп сыҡты. Юлаевсылар15 минут күпселектә, хатта өсәүгә ҡаршы бишәүләп уйнап та «Металлург»ты һындыра алманы. Ә был түҙемлелек икенсе осорҙа «Магнит»ҡа өмөт өҫтәне: Деннис Рассмусен иҫәпте асыуға өлгәште. Бынан һуң «Салауат» бер нисә матур атака ойошторҙо, әммә үҙ-үҙенә ышана барған Заһиҙуллиндың яҡшы уйынымы, әллә икенсе сәбәптәнме, юлаевсылар һөҙөмтәгә ирешә алманы. Өсөнсө осор аҙағында ғына Жарков иҫәпте тигеҙләй алды.
Был юлы өҫтәлмә ваҡытта уйын оҙаҡҡа һуҙылманы. Сергей Мозякин Жарковҡа штрафҡа китергә «ярҙам» итте һәм, үҙе сығып, уйынға нөктә ҡуйҙы.
Уйын тағы тигеҙләште—икешәр еңеү. Ләкин алдағы өс уйындың икәүһе, шул иҫәптән аҙаҡҡыһы, Магнитта үтәсәк. Юлаевсылар үҙҙәрен-үҙҙәре бик ауыр хәлдә ҡалдырҙы.
Бишенсе уйын. 5 март. Магнитогорск.
Уйын бик һаҡ башланды. Осоноп атакаға ташланыусылар ҙа, артыҡ көс ҡулланыусылар ҙа табылманы.
Икенсе осорҙа тиҙлек арта төштө. Голдар ҙа күренә башланы. Тәүҙә юлаевсылар хужаларҙы Береглазовтың хатаһы өсөн «ғәфү итмәне», ләкин ике минуттан Йоха Метсола үҙе үҙенә гол индереп ҡуйҙы. Өсөнсө осорҙа Филипп Ларсен Зиһиҙуллиндың ҡапҡаһына икенсе гол индерҙе, әммә, ҡул менән индерҙе тип, уны һанаманылар. Уйын тағы өҫтәлмә ваҡытҡа күсте. Ләкин был юлы ул 1 минут 37 секунд ҡына дауам итте: Кадейкин менән Ткачев шәп һөжүм ойоштороп хужаларҙың ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. 1:2. «Салауат» бик мөһим еңеү яулап тағы алға сыҡты. Хәҙер уға бер еңеү генә кәрәк. Ҡалған ике уйындың береһендә еңмәҫбеҙме икән ни?
Киләһе уйын Өфөлә үтә.