Плей-оффта «Салауат»ҡа «Магнит» эләкмәһә ярар ине тип күпме табынһаҡ та барыбер шулай килеп сыҡты. Ярай, «бәхетебеҙ» шулдыр инде. 25 февралдә Магнитогорскиҙа үткән беренсе уйында «Салауат»тың өҫтөнлөгө һиҙелеп торҙо. Әммә 2-се өҫтәлмә ваҡыт аҙағында, 100-сө минутта, беҙҙең голкиперҙың хатаһы арҡаһында гол индереп, көтмәгәндә отолоп ҡуйҙы.
Беренсе осорҙа юлаевсылар ҙур дәрт менән ташланып хужаларҙы үҙ яртыһына ҡамап алды. Бындай осорҙа төп көс ҡапҡасыға төшә. Әгәр «Магнит» тың ҡапҡаһын Кошечкин түгел, икенсе берәү һаҡлаған булһа, хужаларҙың беренсе тәнәфескә «ҡоро» китә алмаҫы һәр кемгә асыҡ ине. Бесәй кеүек йылғыр Василий ғына ҡотҡарҙы хужаларҙы ҙур бәләнән.
Икенсе осор башында хужаларҙың уйынсыһы Платонов тренировкалағы кеүек ҡабаланмай ғына барып Метсоланың ҡапҡаһына шайба ырғытып китте. Тәүге уңыштан дәртләнеп киткән «Металлург», ниһайәт, уянды. Уйын ҡыҙҙы.
Өсөнсө осорҙа Умарк менән Кемппайнен хужаларҙың оборонаһын йыртып Хартикайненды Кошечкинға ҡаршы сығарҙылар. Гол! 1:1!
Беренсе өҫтәлмә минутта, бер нисә тапҡыр, алмашлап, бишәүгә ҡаршы дүртәүләп уйнаһалар ҙа, бер кем дә шайба индерә алманы. Кешеләр шымып ҡалды. Берәү хаталанмаһа, был уйын төнө буйы дауам итер һымаҡ тойола башланғайны инде. Хата бер кем дә көтмәгән урында килеп тыуҙы: Йоха Метсола тоҙағына эләккән шайбаһын яңылыш ысҡындырып ебәрҙе, ҡапҡа төбөн ҡарауыллап торған Ник Шор, шуны ғына көткәндәй, уны ҡапҡаға төртөп өлгөрҙө. Бик үкенесле еңелеү.
Ике көндән һуң үткән 2-се уйында «Салауат» «Магнит»ты тын да алдырмай «туҡмап» ташланы.
Беҙҙең төп бомбардир Линус Умарк 4-се минутта уҡ иҫәпте асты, тағы 5 минуттан Майоров иҫәпте арттырҙы. Икенсе осорҙа, Хартикайнен тағы бер тапҡыр үҙенең оҫта уйынсы булыуын раҫлағас, хужаларҙың тренеры Йозеф Яндач ҡапҡасыһын алыштырырға мәжбүр булды. Ләкин алмашҡа сыҡҡан ҡапҡасы Заһиҙуллин да оҙаҡ түҙә алманы: күпселектә уйнағанда Кемппайнен, 4-се гол индереп, хужаларҙы бөтөнләй «һүндереп» ҡуйҙы. Хужалар тик бер шайба менән яуап бирергә көс тапты.
Хәҙер иҫәп тигеҙ: икеһендә лә берәр еңеү. Ә уйын Өфөгә күсә.